Опера һәм балет театры музыкаль кисә ойоштора. Сара Еңеү көнөнә арнала. Музыкаль кисә 7 май көнө үтәсәк.
Республиканың Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итеүенсә,вокал музыкаһы кисәһе Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Грек залында үтәсәк. Сарала республиканың атҡаҙанған артистары ҡатнаша. Улар Евгений Крылатов, Михаил Матусовскийҙың, Вано Мураделиҙың, Евгений Жарковскийҙың йырҙарын башҡарасаҡ.
Барыһында вокаль музыкаһын тыңларға саҡырабыҙ. Башлана 19.00 сәғәттә. 2738472 телефон һандары буйынса алдан билеттар алырға мөмкин.




