Өфөлә велосипедсы автомобиль аҫтында ҡала

Өфөлә 25 апрель көнө юл-транспорт ваҡиғаһында велосипедсы зыян күрә. Балиғ булмаған бала Renault Logan маркалы автомобиль аҫтында ҡала. Ул юлды тейешле урында сығып барған була.

Фото №1 - Өфөлә велосипедсы автомобиль аҫтында ҡала

Авария һөҙөмтәһендә, ике тәгәрмәсле транспорт водителе аяғын һындыра. Уға тиҙ ярҙам күрһәтелә.

ЮХХДИ-нан мәғлүмәттәр буйынса, автомобиль водителе авария урынын ҡалдырып ҡаса. Тиҙ арала уның эҙенә төшәләр. Әлеге ваҡытта юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре асыҡлана.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ