Өфөлә тантаналы шарттарҙа «Ҡурайға һәйкәл» фонтаны ебәреләсәк

Шәмбе көнө сәғәт ун икелә «Искра» кинокомплексы янында урынлашҡан «Ҡурайға һәйкәл» фонтаны тантаналы шарттарҙа ебәреләсәк. Сара сиктәрендә флешмоб ойоштороласаҡ. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итә.

Башҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын фонтан янына саҡыралар. Сарала байрам программаһы, сығыштар һәм флешмоб ҡаралған.