Уҙған төндә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының акушер-гинекология корпусында сыҡҡан янғынға электр сымындағы ҡыҫҡа ялғаныш сәбәпсе булыуы ихтимал. Был турала РИА мәғлүмәт агентлығына медицина учреждениеһының баш табибы Ринат Нагаев белдергән.
Алдан хәбәр ителеүенсә, янғын сығыуы тураһында хәбәр дежур часҡа төнгө сәғәт 3 тула 25 минутта килә.
Дауахана персоналы бинанан 213 кешене, шул иҫәптән 54 баланы сығара. Пациенттар күрше корпустарға урынлаштырыла. Бынан тыш, бала табырға йыйыныусы дүрт ҡатын Республика перинаталь үҙәгенә, биш сабый Өфөнөң 17-се дауаханаһы һәм Республика балалар клиник дауаханаһына ебәрелә. Утты һүндереүгә 18 берәмек техника һәм 51 хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Янғын таңғы сәғәт 4-се яртыға һүндерелгән. Сигнализация һәм иҫкәртеү системаһының төҙөклөгө, дауахана персоналы менән ҡотҡарыусыларҙың берҙәм эш итеүе һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр һәм һәләк булыусылар юҡ.




