Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 апрелдә белем усағында ғәҙәттән тыш хәл теркәлгәйне. 9-сы синыф уҡыусыһы бысаҡ менән уҡытыусыға һәм ике балаға ташланып, уҡыу бүлмәһенә ут төртә. Ваҡиғанан һуң мәктәп директорына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Ҡалала йәшәүселәр фекеренсә, мәғариф учреждениеһы етәксеһен ғәйепләү нигеҙһеҙ. Урындағы халыҡ уны яҡлап, петиция әҙерләй. Мөрәжәғәттәрен улар Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа, Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Ольга Васильеваға, шулай уҡ төбәк ведомствоһы етәксеһе Гөлназ Шафиҡоваға, илдең тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкинға йүнәлткән.




