Өфөнөң Ботаника баҡсаһында үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен һаҡлаусы һәм экология өлкәһендә ғилми эҙләнеүҙәр алып барыусы балалар тәбрикләнде. Уларға Маҡтау ҡағыҙҙары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Йыл һайын халыҡ-ара "Парктар маршы" сиктәрендә ойошторолған сара кешеләрҙең иғтибарын уникаль тәбиғи биләмәләр проблемаларына йүнәлтергә булышлыҡ итә. Байрам һуңында уҡыусыларға курил сәйе таратылды. Юғала барған был үҫемлекте йәш быуын үҙ баҡсалырында тәрбиәләүҙе маҡсат итеп алды.




