Мәскәү педагогтары Башҡортостан тәжрибәһен уртаҡлаша

Республикаға илдең баш ҡалаһынан бер төркөм мәғариф хеҙмәткәрҙәре килде. Ҡунаҡтар Өфөнөң белем усаҡтарында һәм мәктәпкәсә белем биреү

Фото №1 - Мәскәү педагогтары Башҡортостан тәжрибәһен уртаҡлаша

Мәскәү мәктәптәренең директорҙары һәм уҡытыусылары бөгөн Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында булды. Был белем усағы башҡ аланың иң көслө мәғариф учреждениеларының береһе. Ҡунаҡтар Мостай Кәримдең, Мәрйәм Бураҡаеваның музей-кабинеттарында, "Хәрби Дан", драматургия музейҙарында булды, уҡыусыларҙың һүрәт төшөрөү, живопись, графика буйынса ижад емештәрен ҡараны.

Гимназия директоры Гөлназ Әхмәҙиева әйтеүенсә, коллектив алдында йәш быуынды лайыҡлы шәхес итеп тәрбиәләү бурысы тора. Йәғни, белем биреүҙән тыш уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә, физик яҡтан нығытыуға етди иғтибар бирелә. Мәҫәлән, бында беренсе синыфтан алып шашка дәрестәре инә. Шуға күрә уҡыусыларҙың төрлө йүнәлештәр буйынса республика, Рәсәй, донъя кимәлендәге ярыштарҙа еңеү яулауы осраҡлы түгел.

Тағы бер мөһим үҙенсәлек, гимназияла башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, йолаларына һөйөү һалына. Уҡытыусылар әйтеүенсә, башҡа төбәктәр менән тәжрибә уртаҡлашыу кимәлде тағы яҡшыртыу, яңы методик алымдарҙы үҙләштереү мөмкинлеге бирә. Сөнки заман менән бергә атлау өсөн үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнамаҫҡа кәрәк.

“Бөгөнгө көндә һәр педагог үҙ ҡаҙанында ҡайнай, эшләй, тырыша, әммә заман менән бергә бармай. Төрлө курстар үтергә генә түгел, ошолайтып тәжрибә уртаҡлашыу ҙа кәрәк. Һәр төбәк үҙенсә эшләй, беҙ уларҙан фәһем алырға тейешбеҙ”.

Эльвира Баянова, М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы директоры урынбаҫары

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ