Өфөлә бөгөн өр-яңы троллейбус һынау үтте

Йәмәғәт транспорты Башҡортостан заводында етештерелгән. Тәжрибә өлгөһө булараҡ сығарылған троллейбус видеокүҙәтеү, Глонасс, Вайфай кеүек системалар менән йыһазландырылған. 28 урынлыҡ электр автобусы 100 пассажирҙы хеҙмәтләндерә ала. Ул шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн махсуслашҡан.

Фото №1 - Өфөлә бөгөн өр-яңы троллейбус һынау үтте

”Йәмәғәт транспорты уңайлы булыуынан тыш, техник ҡоролошо буйынса ла отошло. Яңы троллейбусты йөрөтөү үҙе бер кинәнес. Электрониканың һуңғы моделе автоматҡа ҡоролған. Шуға ла ул сымдарға тоташмайынса ла хәрәкәт итә ала”.

Ирина Кулешова, троллейбус водителе

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ