Ике аҙна эсендә медицина учреждниеларына талпан ҡаҙалып 118 кеше, шул иҫәптән 40 бала мөрәжәғәт иткән, тип хәбәр итә Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Бөжәктәргә энцефалит ихтималлығына лаборатор анализдар эшләнгән. Уларҙың береһе ыңғай һөҙөмтә биргән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 майҙан идаралыҡ вируслы талпан энцефалитын иҫкәртеү маҡсатында "Ҡыҙыу линия" ойоштора. Бәйләнеш өсөн телефон: 8-800 -700-90-30. Белгестәр иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем бөжәктәрҙән һаҡланыу алымдары, ҡаҙалған осраҡта нисек итеп һурып алыу ысулдары хаҡында һөйләйәсәк.
Шулай уҡ бында лабораторияларҙың эш графигы һәм энцефалит вирусы асыҡланғанда ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеге хаҡында ла мәғлүмәт бирелә.




