Бөгөн кешелек радиация һәләкәтендә һәләк булыусыларҙы иҫкә ала. Тап ошо көндө 1986 йылда Советтар Союзының иң ҡеүәтле атом электр станцияһында шартлау яңғырай. Радиоактив зарарланыу Украина, Белоруссия һәм, илебеҙҙең башҡа төбәктәренән тыш, бөтә Европа илдәренә лә тарала. Шуға күрә лә һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүгә Советтар Союзынан меңәрләгән кеше йәлеп ителә. Улар араһында Башҡортостан халҡы ла ҡатнаша.
Тарихта ҡара эҙ ҡалдырған фажиғәгә бәйле бар илдәрҙә лә матәм саралары үтә. Өфөнөң ул "Химиктар" мәҙәниәт һарайы майҙанында ойошторолдо. Митингҡа авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары ла килде. Чернобылгә Башҡортостандан ғына 10 меңгә яҡын кеше ебәрелә. Бөгөн уларҙың 2 меңгә яҡыны иҫән.




