Һәр дәүләттең оло таянысы - хәрби көстәр. Ҡорал һәм уны модернизациялау махсус институттар иңендә ятһа, әрме сафын йәш көстәр менән тәьмин итеү комиссариаттар иңендә. Быйыл военкоматтар ойошторолоуҙың 100 йыллығы билдәләнә.
Тәтешле һәм Балтас райондары военкоматы үҙенең бер быуатлыҡ тарихын байрам концерты менән билдәләне.
Военкомат- бер быуат эсендә ҙур үҙгәреш кисермәгән ведомстволар иҫәбендә. Хәрби хеҙмәткә алыу һәм мобилизация 1918 йылда сыҡҡан декреттағы төп бурыс үҙгәрешһеҙ ҡала. Тәтешле мәҙәниәт йортонда хәрби хеҙмәткә саҡырыу эшен алып барыусылар, тормош хәүефһеҙлеге дәресе уҡытыусылары, комиссариат ветерандары һәм буласаҡ һалдаттар йыйылды.
Төбәктә уҙған йылдарҙа хеҙмәткә саҡырыуҙа төп проблемаларҙың береһе - егеттәрҙең әрмегә барырға теләмәүе булған. Был мәсьәлә ыңғай хәл ителгән.
Былтыр Башҡортостан военкоматтарында хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы ойоштороу буйынса комплекслы тикшереү үткәрелде. Комиссия тарафынан йәштәрҙең сәләмәтлеге, физик әҙерлеге, мәғлүмәт-аңлатыу эше алып барыу тәртибе үтәлеүе ҡаралды. Был эштә район хакимиәте үҙәк дауахана, РАНО, мәғариф учреждениелары ҡатнашлығы иҫәпкә алына. Балтас районы тикшереү һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға лайыҡ булған.




