Экстремизмға ҡаршы көрәш

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында "Йәштәр араһында экстремизм, уға ҡаршылыҡ" тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы бара. Сарала дәүләт хеҙмәте, йәмәғәт ойошмалары, дини конфессиялар вәкилдәре ҡатнаша.

Фото №1 - Экстремизмға ҡаршы көрәш

Унда экстремизм һәм террорҙы иҫкәртеүгә арналған төрлө секциялар, түңәрәк өҫтәлдәр эшләй. Быйылғы конференция өс маҡсатлы төркөмгә йүнәлтелде. Тәүгеһе - мәктәп хеҙмәткәрҙәре, айырыуса, йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусылары. Программала улар өсөн оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу ҡаралған. Икенсе төркөм - дәүләт ойошмаларында эшләүселәргә арналды. Өсөнсө аудитория - йәштәр менән хеҙмәттәшлек иткән белгестәр. Конференцияла шулай уҡ яман юлдарҙан аралауға төрлө яңы алымдар ҡулланыу мөһимлеге тураһында ла һүҙ бара.

“Мәсеттәргә, сиркәүҙәргә йөрөгән йәштәр күп. Ләкин дөйөм йәштәр процентына ҡарағанда, был һан иҫ киткес әҙ. Йәштәрҙе экстремизмдан, нәфрәттән алып ҡалыр өсөн уларҙы мәктәптәрҙә лә дингә өйрәтергә кәрәк. Илебеҙҙә тәрбиә эшен көсәйтеү мөһим”.

Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй

Автор: Фәниә Юланова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ