Табышлы кәсеп

Хәйбулла районында хаҡлы ялдағылар яңы һөнәр үҙләштерә. Ғүмере буйы шахтала эшләгән Фәтих Абдуллин ике тиҫтә йылға яҡын баҡсасылыҡ менән шөғәлләнә. Бүребай ауылында емеш-еләктән мул уңыш алып кәсеп итеүсе хаҡында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Уңған һәм бөтмөр хужаның ун биш сутыйлыҡ баҡсаһында нимә генә үҫмәй. Емеш баҡсаһында грушаның ғына һигеҙ төрө, алма ағастарының сорты хатта, егерменән ашҡан. Үҙ ҡулдарың менән үҫтергән уңыш, магазин кәштәләрендәгенән күпкә сифатлыраҡ һәм тәмлерәк тә.

Емешенән дә , ағас үҫентеләренән дә ярайһы ғына килем ала. Башлаған осорҙа иртә яҙҙан ҡыяр, помидор үҫентеләре менән һатыу иткән. Бер ни тиклем тәжрибә туплағас, ағас һәм йөҙөм үҫентеләре менән кәсеп итә башлай. Йәшелсә үрсетмәләре яҙғы миҙгелдә үтемле булһа, ағас үҫентеләре менән иртә яҙҙан ҡара көҙгә ингәнсе сауҙа итергә мөмкин.

Еләк- емеш, йәшелсә үрсетмәләре менән кәсеп итеүҙән йылына ике йөҙ мең һум тирәһе килем ала. Оҫта хужа баҡса йыһаздарын да үҙ ҡулдары менән эшләгән. Һәүәҫкәр баҡсасы оҫталығы, тәжрибәһе менән яңы эш башлаусылар менән дә бүлешергә әҙер.

Автор: Гүзәл Борханова.