Дәүләкән районында өсөнсө йыл рәттән төбәк-ара "Бауырһаҡ" фестивале үтте

Сарала татлы ризыҡ серҙәре менән Шишмә, Әлшәй райондарынан килгән уңған килендәр ҙә бүлеште. Фестиваль дәртле йыр, уйын-көлкө менән башланды. Бәйгелә ҡатнашыусылар кемуҙарҙан бауырһаҡтарын сығарып, бейеүгә төштө.

Оҫта ҡуллы хужабикәләр бешергән татлы ризыҡтың конкурсҡа ниндәйе генә тәҡдим ителмәне. Баллы, шәкәрле, әсе һәм сөсө ҡамырҙан, төрлө тәмләткестәр менән биҙәлгән бауырһаҡтарға ҡарап күҙҙәр ҡамашырлыҡ. Килендәр үҙҙәренең сығышында милли аш-һыуҙың тарихына ла туҡталды. Башҡорт халҡы уны элек-электән туй һәм башҡа оло табындар өсөн бешерер булған. Килендең уңғанлығы ла туй мәжлесенә алып килгән ошо күстәнәскә ҡарап билдәләнгән.

“Бауырһаҡ байрамында өсөнсө йыл рәттән ҡатнашабыҙ. Был фестиваль киләсәк быуынға ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф ғәҙәттәрен, йолаларын еткерер өсөн ҙур әһәмиәткә эйә”.

Вәсилә Әхмәтйәнова, "Бауырһаҡ" фестивалендә ҡатнашыусы

Халҡыбыҙҙың бай тарихын, милли үҙенсәлектәрен сағылдырған "Бауырһаҡ" байрамы һабантуй майҙанын хәтерләтте. Командалар бер-береһен уҙҙырып, йыр-бейеүҙә, таҡмаҡ әйтеүҙә маһирлыҡтарын күрһәтте. Фестивалде ойоштороусылар әйтеүенсә, сарала ҡатнашыусылар йыл һайын арта, был конкурсҡа тәҡдим ителгән татлы ризыҡ төрөн байытыуға булышлыҡ итә. "Бауырһаҡ" фестивале ҡатнашыусыларына диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

“Әҙерлек таңын йә эштән һуң барҙы. Бер-беребеҙ менән телефон аша һөйләшеп уңыштарыбыҙ менән бүлештек”.

Эльмира Кәримова, "Бауырһаҡ" фестивалендә ҡатнашыусы

Автор: Фәниә Юланова.