Уйын-көлкө дауам итә

Күгәрсен районында икенсе йыл рәттән эшсе йәштәр араһында КВН уйындары уҙа. Көлкө байрамына әүерелгән сарала урындағы ойошмалар һәм предприятияларҙа эшләүсе йәштәр ҡатнаша. Уйын шарттарына ярашлы, һәр команда бер нисә турҙан торған көлкө марафоны аша уңышлы сығыш яһап балл тупларға тейеш.

Эшсе йәштәр командалары йәнә бер тапҡыр йәштәрҙең ни тиклем зирәк һәм отҡор булыуҙарын, тормош күренештәрен, кешеләр араһында булған мөнәсәбәттәрҙе көлкө аша күрһәтте. Тамашасылар ҙа тик ултырманы, матур плакаттар, дәррәү алҡыштар менән командаларҙы дәртләндереп, уларға көс-дәрт өҫтәне. Жюри ағзаларына ла еңеүсене һайлау еңелдән булманы, сөнки командаларҙың барыһы ла оҫта сығыш яһаны.

Уйын һөҙөмтәләре буйынса район мәҙәниәт һарайының "Сәк-сәк" командаһы Гран-при яуланы, юл-төҙөү һәм ремонтлау идаралығы йәштәрен берләштергән "Биш бесәй" командаһы беренсе, Күгәрсен районының ветеринар станцияһының "Айболиттың дуҫтары" командаһы икенсе һәм Мораҡ үҙәк район дауаханаһы эшсәндәренең "Градусник" командаһы өсөнсө булдылар.

Йәштәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, еңеү кубоктары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.