Ошондай девиз аҫтында Башҡорт дәүләт университетында региональ диктант үтте. Телде пропагандалау, грамоталылыҡты үҫтереү маҡсатында республикала быйыл ул дүртенсегә ойошторолдо.
Башҡорт теленән региональ диктант яҙыусыларҙы Башҡорт дәүләт университеты ансамбле дәртле йыр-моңдары менән ҡаршы алды. Араларында бейеүгә төшөүселәр ҙә табылды. Яҙма эшкә килеүселәр күп булғанға күрә, ул уҡыу йортоноң ике ҙур аудиторияһында үтте.
Диктант өсөн текст быйыл Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаеваның ижадынан алынды. Ете бүлектән торған "Арғымаҡ" китабының "Моң" өлөшөнән өҙөк һайлаған.
Яҙма эште Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов үҙе уҡыны. Диктант яҙыусыларҙы ул уҡыу аудиторияһынан театрға алып киткәндәй тойолдо. Башҡорт теленең нескәлеген, моңло яңғырашын асып һалды. Яҙма эштә ниндәй генә һөнәр вәкилдәре булманы: фән эшмәкәрҙәре, журналистар, күренекле сәхнә йондоҙҙары ла бар. Араларында хатта, күрше төбәктәрҙән сараға махсус килеүселәр ҙә табылды.
Башҡорт дәүләт университеты һәм уның филиалдарынан тыш, яҙма эштә Рәсәй төбәктәре һәм сит илдә йәшәүселәр ҙә ҡатнашты. Быйыл тәүге тапҡыр башҡорт теле менән ҡыҙыҡһыныусы төрөк студенттары ла ҡушылды. Әйткәндәй, шулай уҡ уҡыу йортоноң рәсми сайты аша ла яҙыу мөмкинлеге бирелде. Күгәрсен районында мәҫәлән, сара бер-нисә ауыл мәктәбендә үтте. 255 һүҙҙән торған диктантты улар тиҙ арала тамамланы. Әйтергә кәрәк, тиҫтәләгән йылдар дауамында парта артына ултырып та ҡарамаған кешеләр өсөн был көн айырыуса иҫтәлекле булды. Улар үҙҙәренең йәшлек йылдарын, бала-сағын иҫкә төшөрҙө.
Ә инде һөҙөмтәләр 28 апрелдә иғлан ителәсәк. Улар менән рәсми сайт аша танышырға мөмкин буласаҡ. Адресты һеҙ экранда күрәһегеҙ.




