Урал йәне, Евразия йөрәге

Башҡорт ере, билдәһеҙ йәки өйрәнелмәгән Башҡортостан. Республиканың үҙ туристик бренды барлыҡҡа килде. Исем туйы, йәғни танышыу кисәһе бөгөн Өфөлә үтте. Брендты Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты заказы менән Парадокс Бокс компанияһы эшләгән.

Фото №1 - Урал йәне, Евразия йөрәге

Башҡортостан хаҡында ишеткәнегеҙ юҡмы, хәҙер беләсәкһегеҙ, хатта ошоға тиклем килмәгәнгә үкенеп тә ҡуясаҡһығыҙ. Сағыу төҫтәр, яңғырауыҡлы һүҙҙәр хәтергә уйылыу, иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн. Яңы бренд Республиканы тотош донъяға танытыу маҡсатын ҡуя. Слоган һәм образ аша төбәктең гүзәллеге, ҡунаҡсыллығы, асыҡлығы сағылырға тейеш. Конкуренция заманында туристар, инвестиция өсөн көрәш бара, кем сосораҡ шул ота.

“Республиканан тыш, беҙҙе бик аҙ кеше белә. Иң беренсе маҡсатыбыҙ – Башҡортостан данын бар донъяға таратыу”.

Рөстәм Абдразаҡов, Төрөк һауа юлдарының Өфөләге вәкиле

Туристик брендты Парадокс бокс компанияһы эшләгән.Проектты әҙерләү барышында республика халҡының да, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, сит илдәрҙә йәшәүселәрҙең дә фекере иҫәпкә алынған, һорау алыуҙар үткәрелгән. Хатта эксперт советы төҙөлгөн. Авторҙар әйтеүенсә, Башҡортостан урынына Башкирия тип әйтеү бәхәс тыуҙырған. Тик бында бары тик еңел әйтелеш кенә сәбәпсе, ә республиканың атамаһын үҙгәртеү теләге түгел. Рөстәм Хәмитов проектты ыңғай баһаланы, заманса, сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ. Ә исемгә килгәндә, бренд темаһын сәйәсиләштерергә ярамай.

Рөстәм Хәмитов: Бәхәсле, әммә бик ҡыҙыҡ килеп сыҡҡан. Башкирия, тип әйтеү республиканын исемен үҙгәртеү түгел. Конституциябыҙ буйынса берҙән-бер дөрөҫ атама ул Башҡортостан. Был бары тик туристик бренд ғына”.

Был тәүге туристик бренд, операторҙар фекеренсә, уны тиҙерәк ҡулланылышҡа индереү талап ителә. Ошо тармаҡта эшләүселәр өсөн күптән кәрәк.

“Бренд заманса, уны тиҙерәк таратырға, кешеләргә күрһәтергә кәрәк. Әлбиттә, етешһеҙлектәр бар. Әммә беҙҙең бер ҡасан да бренд булғаны юҡ, һәм бындай әйбергә сарсаған кешеләр булараҡ, беҙ уны йоторға әҙербеҙ. Беҙҙең башҡа брендыбыҙ юҡ, тағы буламы ул, юҡмы? Әммә был бренд та наса түгел”.

Кинйә Күскилдин, Башҡортостандың туриндустрия берлеге рәйесе
Башбат

Яңы бренд беҙ өйрәнгән символдарҙан, күҙгә яҡын төҫтәрҙән ситләшкән. .

Белгестәр фекеренсә, был заман талабы.Шулай ҙа иң хаҡ баһаны ваҡыт ҡына бирә ала, әгәр даими әйләнешкә инә икән, тимәк авторҙар ваҡыт һулышын, ихтыяжды дөрөҫ тойомлаған.

Башҡорт балы, ҡурайы бөтә донъяға бюилдәлеә, беҙгә тағы ниндәй бренд кәрәк тип әйтергә мөмкин. Әммә әлеге заманда бренд республиканың йөҙөн билдәләүсе күренеш кенә түгел, Башҡортостанды донъяуи киңлектә танытыу алымы ла. Был сағыу төҫтәр ҙә, яңғырауыҡлы һүҙҙәр ҙә булырға мөмкин. Хәтерҙә уйылһын өсөн. Бренд туристарҙы ылыҡтырыу, инвестицияларҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итә.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ