Уйынсыҡ шартлатҡыс

Стәрлетамаҡта уҡыусы малай мәктәпкә граната менән килгән.

Бөгөн 30-сы ҡала мәктәбендә һигеҙенсе синыф уҡыусыһы дәрескә граната алып инә. Уҡытыусы шунда уҡ был хаҡта етәкселегенә әйтә һәм мәктәптә булған бөтә кешене эвакуациялайҙар, махсус хеҙмәттәр саҡырыла.

Аҙаҡтан асыҡланыуынса, граната ябай муляж булып сыҡҡан. Уйынсыҡты үҫмер магазинда һатып алған һәм тиҫтерҙәре араһында маҡтаныр өсөн алып килгән.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.