Башҡортостанда йәшәүсе егет интернет мутлашыусыларынан зыян күрә

Бәләбәй полицияһына 18 йәшлек егет мөрәжәғәт итә. Егет билдәләүенсә, ул интернет селтәрендә сифатлы смартфон эҙләгән.Йәш егеттең иғтибарын Мәскәү өлкәһенән бер иғлан йәлеп итә.

Фото №1 - Башҡортостанда йәшәүсе егет интернет мутлашыусыларынан зыян күрә

Сайтта билдәле маркаларҙың күсермәләрен ун мең һумға тәҡдим итәләр. Егет, электрон килешеү төҙөп, заказ яһай. Тауар почта бүлексәһенә килә. Аҡсаһын түләгәс кенә, үҙенең алданыуын аңлай. Ҡумтала ҡыйбатлы смартфон урынына ете йөҙ һумлыҡ ябай телефон була.

Полиция мутлашыусыларҙың адресын асыҡлай. Мутлашыу буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Хоҡуҡ һаҡсылары сайттарҙан тауар һатып алған саҡта, халыҡты иғтибарлы булырға саҡыра.

Фото: Интернет.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ