Башҡортостан эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү инфраструктураһы буйынса Волга буйы федераль округында тәүге өсәү иҫәбендә. Республикала бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеү өсөн барлыҡ механизмдар ҙа ҡаралған, тине был тармаҡты үҫтереү буйынса федераль корпорация директоры урынбаҫары Максим Любомудров.
МСП корпорацияһы вәкилдәре баш ҡалала үткән төбәк-ара форумда ҡатнашырға килгән. Сарала шулай уҡ илдең егерме төбәгенән эшҡыуарҙар ҡатнашты.
Бизнес өлкәһе белгестәре әйтеүенсә, Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереү инфраструктураһы яҡшы ойошторолған. Башҡа төбәктәргә лә өлгө ит еп ҡуйырлыҡ механизмдар байтаҡ. Республика яңы асылған эшҡыуарлыҡ индексы буйынса ла Рәсәйҙә тәүге ун төбәк исемлегендә. Былтыр ғына 25 мең кеше үҙ эшен асҡан. Был күрһәткесте тағы ла арттырыу талап ителә. Рәсәй Президенты алдағы алты йылда иҡтисадтағы эске тулайым продукт күләмен 40 процентҡа тиклем арттырыу бурысы ҡуя. Әле ул егерме проценттан саҡ ҡына ашыу. Бының өсөн эшҡыуарлыҡты йылдам үҫтереү талап ителә, ти белгестәр.
Йүнселдәргә түбән процентлы займдар тәҡдим итеүсе ойошмалар Башҡортостанда ла барлыҡҡа килде. Шул уҡ МСП корпорацияһы менән берлектә төбәк лизинг компанияһы ойошторолдо. Һуңғы алты айҙа ғына төрлө өлкә эшҡыуарҙарына ташламалы проценттар менән 60 миллион һумдан ашыу аҡса бирелгән. Финанстар юғары технологиялы етештереү ҡорамалдары һатып алыуға йүнәлтелгән.





