Агротуризм үҫеш юлында

Ғафури районында урынлашҡан дөйәғош фермаһы майҙаны тағы ла 8 гектарға киңәйтелә. Хужалыҡ етәксеһе дүрт йыл эсендә экзотик ҡоштар һанын яҡынса биш тапҡырға арттырып, 86-ға еткергән. Шулай уҡ эшҡыуар агротуризмды үҫтереү маҡсатында бәләкәй зоопарк та ойошторған. Дөйә, болан, лама, төлкө, ҡуян - ҡарауҙа булған хайуандар йылдан-йыл ишәйә.

Дөйәғоштар кәбеҫтә менән кишерҙе "һә" тигәнсе йота. Ҡулдан ашатыуға өйрәнгәндәр. Хужалыҡ етәксеһе Виталий Смирнов билдәләүенсә, бында килгән туристар үҙҙәре үк экзотик ҡоштарҙы ашатып ҡарап кинәнес таба. Әйткәндәй, дөйәғоштар донъяла иң бәхетле януарҙар тип әйтергә мөмкин. Хәтерҙәре ҡыҫҡа, биш минуттан да ашмай. Тәүлегенә туҡланыу рациондары иһә бай - уларға люцерна, һоло, арпа, бойҙай, кукуруз да бирелә.

”Дөйәғоштар уртаса ҡырҡ йыл йәшәй. Берәүһенең хаҡы яҡынса 70 мең һум тирәһе. Инә ҡоштар йыл һайын марттан алып октябргә тиклем яҡынса алтмыш йомортҡа һала. Уларҙың күп өлөшөн беҙ инкубаторға һалабыҙ, ҡалғандары һатыуға сығарыла. Дөйәғоштоң йомортҡаһы һәм ите ҡиммәт булыуға ҡарамаҫтан, был продукцияға бөгөн ихтыяж ҙур”.

Виталий Смирнов, дөйәғош фермаһы етәксеһе

Фермер экзотик ҡоштарҙы тағы ла өс тапҡырға арттырырға ниәтләй, әлегә бында 86 дөйәғош иҫәпләнә. Әйткәндәй, туристар өсөн аҙым һайын иҫкәртеүсе яҙыуҙар ҡалдырылған. Кәртә эргәһенә яҡын килергә ярамай, суҡып алыуҙан бигерәк көслө аяҡтары менән тибеп ебәреүҙәре бар - ә был һөжүм аяныслы тамамланыуы ихтимал.

Дөйәғоштар Башҡортостан климатына тиҙ яраҡлаша. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарға ла бирешмәй. Хужалыҡ етәксеһе билдәләүенсә, 2014 йылда ике аҙналай ваҡыт һауа температураһы 40 градус түбән була. Ҡоштарҙың барыһы ла ҡышты имен үткәрә.

Виталий Смирнов дөйәғош үрсетеү менән бишенсе йыл шөғөлләнә. Хужалыҡты ойоштороуға күп көс һәм аҡса һалына. "Эш башлаусы фермер" республика программаһы ярҙамында 1 миллион 300 мең һумлыҡ грант алыуға ла ирешә. Был финанс ярҙамға ауыл хужалығы техникаһы һатып алына. Бөгөн урында агротуризм үҫешкән тип әйтергә була. Дөйәғоштарҙан тыш, туристар тауыҡтарҙың егерме төрө, бай хайуандар донъяһы менән дә таныша ала. Дөйә, себер ҡоралайы, ишәк, төлкө, үгеҙ һәм кәзәләргә яңыраҡ боландар ҙа ҡушыла. Экскурсия барышында үҙеңде зоопарктағы кеүек тояһың. Әйткәндәй, былтыр бында 45 меңгә яҡын турист килгән, улар араһында сит ил вәкилдәре булыуы ла ҡыуандыра.

“Бындай урынды күреүемә бик шатмын. Ейәнсәрем дә ҡыуана: “Ниндәй генә тауыҡтар юҡ”, ти”.

Бибисара Сәйетбатталова, Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе

Ә ғәмәлдә ферма эшмәкәрлеге 16 дөйәғош һатып алыуҙан ғына башланған була. Виталий Смирнов тыуған ауылында яңы эш урындары булдырып, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләп, бар көсөн республикала агротуризм йүнәлешен үҫтереүгә һала. Әйткәндәй, ул сувенир продукцияһын эшләүҙе лә яйға һалған. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр дөйәғош йомортҡаларына һүрәттәр төшөрөп, иҫ киткес композициялар тыуҙыра. Ҡаурыйҙар ҙа бында уңыш килтерә тиҙәр. Ысынлап та, шулайҙыр. Хужалыҡ та бит уңыш юлында.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.