Сәнғәткә фән аша

Наил Латфуллин исемендәге заманса сәнғәт музейында "Психо-физика кафедраһы кабинеты" тип аталған күргәҙмә асылды. Картина авторҙары тамашасыларға сәнғәткә фән күҙлегенән ҡарарға тәҡдим итә. Шунлыҡтан күргәҙмә залдарында ҡәҙимге экспозициялар урынына тимер ҡалдыҡтарынан, лаборатор эш һөҙөмтәләренән төҙөлгән картиналарҙы күрергә мөмкин.

Проект авторҙары әйтеүенсә, күргәҙмә ижадтың фән менән ҡушылыуынан килеп сыҡҡан. Шуға ла улар залды "психо-физика кабинеты" тип атаған. Ижадсылар ике тиҫтәнән ашыу картина яҙған, әммә береһенә лә исем бирмәгән. Һәр тамашасы уйланырға тейеш тигән фекерҙә авторҙар.Әйткәндәй, ижадсыларҙың береһе лирик, икенсеһе һөнәре буйынса физик.

Сараны асыу тантанаһында сәнғәт һөйөүселәр, билдәле рәссамдар ҙа ҡатнашты. Улар фекеренсә, экспозицияны йәштәрҙең тормошҡа заманса ҡарашы, тип аңларға мөмкин.

“Бындай тема минең өсөн яңылыҡ. Ҡыҙыҡ... Ҡайһы-бер урындарын аңлап та етмәйем. Матур әйберҙәр ҙә бар, төҫтөрҙе уңышлы һайлау осраҡтары бар”.

Миҙәт Мөхәмәтов, рәссам

Автор: Фәниә Юланова.