Башҡорт әҙәбиәте ауыр юғалтыу кисерҙе

83-сө йәшендә билдәле журналист һәм яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарев исемендәге премия лауреаты Тайфур Сәғитов арабыҙҙан китте.

Фото №1 - Башҡорт әҙәбиәте ауыр юғалтыу кисерҙе

Тайфур Барый улы 1936 йылдың 15 апрелендә Белорет районы Аҙнағол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас республиканың төрлө матбуғат баҫмаларында эшләй. 16 йыл дауамында "Связист Башкортостана" гәзитенең баш мөхәррире була.

Тайфур Сәғитов тиҫтәләрсә повесть һәм романдар, 20-нән ашыу китап авторы. Әҙиптең "Һабантуй", "Иман", "Нинель" романдары, башҡа повесть һәм хикәйәләрен төрлө быуын уҡыусылары яратып уҡый. Әҫәрҙәрендә ул замандаштарының рухи донъяһы, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе күтәрә.

Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә, 27 апрелдә, иртәнге сәғәт 11-ҙә Өфө районы Суровка ауылы Раздольная урамы 6-сы йорт адресы буйынса үтә.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ