Башҡалала санкцияланған сыр тартып алына

Башҡаланың сауҙа нөктәләренең береһендә 19 килограмм санкцияланған голланд сыры тартып алына. Был сырҙы Рәсәй Федерацияһы биләмәһенә индереү ҡәтғи тыйыла. Әле тауарҙың нисек ҡала кәштәһенә килеп эләгеүе тикшерелә. Санкцияға эләккән сыр юҡ ителәсәк.

Фото №1 - Башҡалала санкцияланған сыр тартып алына

Сауҙа предприятиеһы етәксеһе административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Илдә санкцияланған тауарҙарҙың һатыуға сығарылыуы тәүгә генә осрамай. Кисә генә Киров ҡалаһында Польшанан килтерелгән 2,863 тонна алма, груша һәм томаттар тартып алына.

Тыйылған аҙыҡ-түлек менән һатыу итеүселәр яуаплылыҡҡа тарттырылған. Күптәр, тауарҙы юҡ иткәнсе, мохтаждарға биреү отошлораҡ, тип билдәләй. Тик был аҙыҡ – түлектәр төрлө сирҙәргә сәбәпсе булыуы мөмкин, сөнки улар санитар тикшереүе үтмәй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ