Өфөлә рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән сүп-сар өйөмөн таҙарталар

Совет районында рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән сүп-сар өйөмдәрен таҙарттылар. Ҡый өйөмдәре бактерияларҙың таралауына юл ҡуя, сөнки был урын сысҡандар, бесәй-эттәр, ҡоштарҙың яратҡан еренә әүерелә.

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡыйлыҡтар эпидемия сәбәпсеһе лә була ала. Ҡазан урамы, 6 һәм 8-се һанлы йорттар янында ошондай сүп-сар өйөмдәре барлыҡҡа килә. Улар күптән түгел һүтелгән металл гараждары урынына өйөлгән.

Хәҙер был урынға ошо биҫтәлә йәшәүселәр сүп-сарҙарын ташлайҙар. Йортта йәшәүселәр ҡала хакимиәтенә, ҡый өйөмөн таҙартыуҙы һорап, мөрәжәғәт итәләр. Эшселәр сүп-сар өйөмөн таҙартыу менән мәшғүл.