Бурыслыларҙың фатирҙарын һәм йорттарын сауҙаға сығаралар. Был сарала һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Сауҙа май айында ойоштороласаҡ.
Тәүге сауҙа 3 май көнө үтәсәк. Бында 87,1 кв.метр майҙанлы фатир сауҙаға сығарыласаҡ. Шулай уҡ 899 һәм 1059,0 кв.метр майҙанлы ике ер участкаһы, 481,7 кв.метрлы административ -хужалыҡ бинаһы һәм 3734 кв.метрлы ер биләмәһе һатыласаҡ. 7 майҙа 22,1 кв.метр майҙанлы бина, шулай уҡ орлоҡ һаҡлау склады һәм һөт эшкәртеү цехын һатып алырға мөмкинлек буласаҡ. 8 май көнө гараждар сауҙаға сығарыла.
Һуңғы сауҙа көнө, 11 май – 30,1 кв.метр майҙанлы йорт һатыла. Күсемһеҙ милектең тулы теҙмәһен Һуңғы сауҙа көнө, 11 май – 30,1 кв.метр майҙанлы йорт һатыла. Күсемһеҙ милектең тулы теҙмәһен ошо һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт алыр өсөн Цюрупа урамы, 124 адресы буйынса мөрәжәғәт итер кәрәк. буйынса ҡарарға мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт алыр өсөн Цюрупа урамы, 124 адресы буйынса мөрәжәғәт итер кәрәк.




