Өфөлә төндә еңел автомобиль яна

27 апрель төнөнә ҡарай Совет районында еңел автомобилгә ут ҡабына. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр килә.

Фото №1 - Өфөлә төндә еңел автомобиль яна

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы билдәләүенсә, автомобилдең яныуы хаҡында мәғлүмәт 03:29 сәғәттә хәбәр ителә. Янғын һүндереүселәрҙең оператив эш итеүҙәре ҙур бәләнән ҡотҡара. 03:55 сәғәттә ут тулыһынса һүндерелә.

Ваҡиға урынында ике берәмек техника эшләй. Урында йәшәүселәрҙе һаҡ булырға һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыралар. Янғын сыҡҡан осраҡта 01 номерына шылтыратыу мөһим.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ