Башҡалала 3 майҙа хеҙмәт урындары йәрминкәһе үтәсәк. Сарала ҡатнашыусыларға бер нисә эш урыны тәҡдим ителәсәк. Шулай уҡ компьютер диагностикаһын үтеү мөмкинлеге буласаҡ.
Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бармен, водитель, тәрбиәсе, йөк ташыусы, кондуктор кеүек эшсе һөнәр эйәләренә эш урындары тәҡдим ителәсәк. Шулай уҡ, сарала ҡатнашыусылар ҡыҙыҡһынған һорауҙарына яуап ала ала.
Йәрминкә Ибрагимов бульвары, 47/1 адресы буйынса уҙасаҡ. Үткәреү ваҡыты: 10.00- 12.00 сәғәттәрҙә.
Фото: Интернет




