Синоптиктар һауа торошо буйынса мәғлүмәт бирҙе. Шулай итеп, һауа торошо йылынасаҡ. Тик әлегә ямғырҙар туҡтамай, яуым-төшөм аҙна дауамында барасаҡ.
Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала ямғыр яуып үтәсәк. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан иҫәсәк. Урыны менән көслө ел сығасаҡ. Һауа температураһы +11, +16°. Иртәгә, 28 апрель, шулай уҡ, ямғыр яуыуы көтөлә. Көндөҙ айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе ихтимал. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында яуым-төшөм көтөлмәй.
Синоптиктар, шулай уҡ, елдең көсәйеүен фаразлай. Һауа температураһы +13, +18° буласаҡ. Башҡортостандың көньяҡ райондарында 23 градусҡаса йылытасаҡ.
Фото: Интернет




