Өфөнөң Октябрь районында юлдарҙағы соҡор-саҡырҙарҙы ямайҙар

Юлдарҙағы соҡор-саҡырҙарҙы ямау миҙгеле башланды. Юлсылар әле соҡорҙарҙы ямау менән мәшғүл. Яңы технологиялар ярҙамында, бер соҡорҙы бер нисә минут эсендә төҙөкләндерергә мөмкин.

Фото №1 - Өфөнөң Октябрь районында юлдарҙағы соҡор-саҡырҙарҙы ямайҙар

Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, уҙған тәүлектә 140 кв.метр майҙанда юл төҙөкләндерелә. Эштәр Бикбай, Гагарин, Галле, Зорге, Менделеев урамдарында башҡарыла. Юлдарҙағы соҡор-саҡырҙар буйынса интерактив картаға килгән заявкаларға айырым иғтибар бүленә. Һәр теләгән кеше был картала насар юлдарҙы билдәләп, фотоһүрәт менән нығытып ҡуйыуы мөмкин.

Билдәләп үтергә кәрәк, интерактив картаға 282 заявка килгән. Уларҙың 150-һе тикшерелгән, 11- эш өҫтөндә. 63 заявканы идаралыҡ компанияларына тапшырғандар.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ