Башҡортостанда беренсе майҙан минималь хеҙмәт хаҡы яҡынса 13 мең һум тәшкил итәсәк

Башҡортостанда беренсе майҙан минималь эш хаҡы яҡынса ун өс мең һум тәшкил итәсәк. Ғинуар айында Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин минималь хеҙмәт хаҡын йәшәү минимумы күләме менән тигеҙләргә тигән тәҡдим менән сығыш яһағайны. Был хаҡта республиканың Хеҙмәт министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Фото №1 - Башҡортостанда беренсе майҙан минималь хеҙмәт хаҡы яҡынса 13 мең һум тәшкил итәсәк

Беренсе майҙан эш биреүсе хайлыҡ норманы эшләгән хеҙмәткәренә 11 163 һумдан да кәмерәк түләргә тейеш түгел. Урал коэффициентын иҫәпкә алғанда, республикала минималь хеҙмәт хаҡы 12 837,45 һум тәшкил итәсәк.

Билдәләргә кәрәк, 2018 йылдың 1 ғинуарынан минималь хеҙмәт хаҡы 9489 һум тәшкил иткәйне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ