Башҡортостанда һауа торошо боҙола

Республикала йәнә һауа торошо боҙола. Ғәҙәттән тыш хәл министрлығы халыҡҡа иҫкәртеү яһай. Елдең тиҙлеге секундына 23 метрға етәсәк.

Фото №1 - Башҡортостанда һауа торошо боҙола

Шәмбе, 28 апрель, төбәктә йәшен йәшнәүе, урыны менән елдең тиҙлеге секундына 18-23 метрға етәсәк. Юлдарға төндә томан төшөүө ихтимал.

«Елдең көслө булыуы сәбәпле, урамда электр сымдары бәйләнеше, ағастар янында йөрөргә тырышмағыҙ. Ауыр хәлгә ҡалһағыҙ, 101, 104 номерҙары хеҙмәттәренә шылтыратығыҙ», - тип мөрәжәғәт итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ