Өфөлә мөмкинлеге сикләнгән ир үҙ көсө менән яҡынса бер миллион һумға торошло дарыуҙарҙы һатып алырға мәжбүр була

Прокуратура мөмкинлеге сикләнгән иргә аҡсаһын ҡайтарырға ҡушты.. Икенсе төркөм инвалиды үҙ кеҫәһенән дарыуҙарға 900 мең һумдан ашыу аҡса сарыф итә. Тик был препараттар уға бушлай эләгергә тейеш була.

Фото №1 - Өфөлә мөмкинлеге сикләнгән ир үҙ көсө менән яҡынса бер миллион һумға торошло дарыуҙарҙы һатып алырға мәжбүр була

Республика прокуратураһы хәбәр итеүенсә, яман шеш сире менән яфаланған 54 йәшлек иргә ҡыйбатлы препарат яҙалар. Бер ҡабы 450 000 һум тәшкил итә. Ә законға ярашлы, был дарыуҙарҙы ир бушлай алырға тейеш була. Тик Һаулыҡ һаҡлау министрлығы инвалидты медикаменттар менән тәьмин итмәй.

Үҙ хоҡуҡтарын яҡлап, ир тейешле органдарға мөрәжәғәт итә. Прокурор дарыуҙарға сарыф ителгән аҡсаны ҡайтарырға ҡушты. Әле был осраҡ прокуратура контроле аҫтында.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ