Йома, 27 апрель, башҡалала суд приставтары тарафынан законһыҙ рәүештә ултырған сауҙа павильоны һүтелде. Әхмәтов урамында урынлашҡан кафе-бар экскаватор ярҙамында алына. Был хаҡта республика буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Ведомтсвонан хәбәр итеүҙәренсә, сауҙа нөктәһе урынлашҡан ер участкаһының ҡуртым ваҡыты күптән үткән була. Сауҙа нөктәһе етәксеһенә ҡарата павильонды алыу тураһында иҫкәрмә яһала. Тик эшҡыуар ерҙе бушатырға йыйынмай.




