Эште урынына еткереп башҡарыу һәләтегеҙ юҡ икән, урынды инвесторҙар өсөн бушатығыҙ

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов малдарҙы кәметеүгә юл ҡуйыусы хужалыҡтар етәкселәренәҡәтғи талаптар ҡуйҙы.

Һөттөң хаҡы арзан булыу сәбәпле, республикала һыйыр малы кәмей. Мәсьәлә бөгөн ауыл хужалығы буйынса видеоселектор кәңәшмәһендә ҡаралды. Ултырышта шулай уҡ яҙғы баҫыу эштәре барышы тураһында ла фекер алышынды. Әле Башҡортостанда 3 миллион 600 мең гектар һөрөнтө ер эшкәртелә. Сәсеүҙе атҡарып сығыу өсөн хужалыҡтар етди әҙерлек алып барҙы, техника, яғыулыҡ-майлау материалдары, орлоҡтар менән ҡыйынлыҡтар юҡ, тип билдәләй тармаҡ министрлығы вәкилдәре.

“Ужим культураларын 700 гектарға еткерергә тейешбеҙ, тигән маҡсат ҡуябыҙ. Башҡа культураларға ла иғтибар итәбеҙ”.

Ирек Сураҡов, Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары

Хәйбулла районында ла әле сәсеүлектәр тырматыла. "Власенко" крәҫтиән-фермер хужалығында быйыл өҫтәмә рәүештә 220 гектар һөрөнтө ер эшкәртеү күҙаллана. Тотороҡһоҙ һауа торошона ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәре тупраҡты ашлау эштәрен башҡарып өлгөргән. Районда барлығы 80 мең гектар сәсеүлек майҙаны иҫәпләнә. Иген культуралары менән бер рәттән төбәктәр ҙур табыш килтереүсе техник һәм ҡуҙаҡлы культураларға ла өҫтөнлөк бирмәкселәр.