Иглин районында быйыл алтмыш егет Ҡораллы көстәр сафын тулыландырасаҡ. Әрмегә барыр алдынан улар урындағы спорт комплексына йыйылып, физик сыҙамлығын һәм хеҙмәткә әҙерлеген күрһәтте.
Турникта тартылыу, гер күтәреү, Калашников автоматын йыйып-һүтеү кеүек күнекмәләр ойошторолдо. Әйткәндәй, егеттәрҙең күбеһе Ҡоро ер ғәскәрҙәре һәм Милли гвардияға тәғәйенләнгән.




