Быйыл төбәк диктанты дүртенсегә ойошторолдо. Республика һәм Рәсәй ҡалаларынан тыш сараға сит илдәр ҙә ҡушылды.
Төркиәнең Әфйүн ҡалаһында урынлашҡан Коджатепе университеты студенттары ла башҡорт теленән диктант яҙҙы. Башҡорт дәүләт университеты аудиторияһына видеоконференция режимында бәйләнеш булдырылды.
Төркиә йәштәре Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Хановтың тауышын ишетте. Дөйөм алғанда, быйыляҙма эштә һигеҙ мең самаһы кеше ҡатнашҡан.




