Еңеү көнө алдынан юғары уҡыу йорттары студенттары тарихтан тест һорауҙарына яуап биреп, белем кимәлен тикшерҙе. "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы башланғысы менән ойошторолған мәғариф акцияһында ике йөҙҙән ашыу егет-ҡыҙ ҡатнашты.
Яҙма эш талаптары буйынса ун биш минут эсендә егерме һорауға яуап бирергә кәрәк ине, еңеүселәр телеканалдың "Клио" тапшырыуына саҡырыу алды. Үткәндәргә битараф булмаусы йәштәр менән беҙҙең ижади төркөм аралашты.
Студенттар бер-бер артлы компьютер залына ағыла. Тулҡынланыуҙары һиҙелмәй. Һәр кемгә бында айырым урын билдәләнгән, логин һәм пароль ярҙамында улар теста ҡатнашыу программаһына инә.
Буласаҡ филолог Миләүшә Шәрәфетдинованың олатаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ҡыҙ яҡын кешеһе тураһында күләмле мәҡәләләр яҙған. Эҙләнеү эштәре барышында тарихҡа ҡарата һөйөүе уяна. "Еңеү көнө алдынан ойошторолған мәғариф сараһынан да ситтә ҡала алманым,"-ти ул. Әйткәндәй, Миләүшә төркөмдәштәре менән бергә музейҙар буйлап та сәйәхәт ҡылырға ярата.
Йәштәрҙең күбеһе музей материалдарына таянып Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына бәйле батырлыҡ дәрестәре лә үткәрә башлаған. Әйткәндәй, акцияла ҡатнашыусылар өсөн бүләктәр ҙә әҙерләнгәйне - "Рәсәй - минең тарихым" мультимедиялы паркына бушлай билеттар, бәләкәй сувенирҙар тапшырылды. Тест һорауҙары бер ни тиклем ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, уларға яуапты биш-ун минут эсендә биреп тә сығыусылар булды. "Зирәклектә көс,"-ти йәштәр.
"Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының Еңеү көнө алдынан мәғариф сараһын уҙғарыу башланғысын төбәктең вуз ректорҙары советы ла ҡеүәтләп ҡаршы ала. Күләмле акция Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҙғарылды. Әйткәндәй, тарихтан тест һорауҙарына яуап биреү - бәйгенең тәүге этабы ғына
Улар артабан ике командаға бүленеп, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Клио" тапшырыуында ҡатнашасаҡ”.
Бәхетле исемлеккә эләгеүселәрҙең сығыштары эфирҙа 8 май күрһәтелә. Әйткәндәй, "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы тарафынан студенттар өсөн бындай мәғариф акцияларын даими ойоштороу күҙаллана.




