Һынауҙар бергәләп еңелә

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләр өсөн түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү уҙғарылды.

Фото №1 - Һынауҙар бергәләп еңелә

Мөмкинлеге сикләнгән баланың донъяға килеүе-ата-әсәләр өсөн күп һорауҙар тыуҙыра. Баланы нисек тәрбиәләргә, йәмғиәткә нисек яраҡлашып йәшәргә өйрәтеү кеүегерәк һорауҙар борсой. Һәм шул да күҙәтелә: һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тыуғандан һуң, ата-әсәләр артабан бала тапмаҫҡа тырыша. Әммә түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусы Гөлназ менән Ринат Мәхмүтовтар был иҫәпкә инмәй.

“Ғаиләбеҙҙә дүрт бала, уларҙың икәүһе инвалид. Беҙ тик алға ҡарап йәшәйбеҙ. Тағы ниҙәр эшләй алабыҙ, ниндәй ярҙам ала алабыҙ, балаға нисек ярҙам итә алабыҙ? Ошо һорауҙарға бөгөн яуаптар алдыҡ. Бындай түңәрәк өҫтәлдәр райондарҙа ла булһа бик яҡшы булыр ине, тип уйлайым”.

Гөлназ Мәхмүтова, күп балалы әсә

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тыуған хәлдә, артабанғы нәҫелдә ауырыуҙар булмаһын өсөн генетик тикшеренеүҙәр үтергә кәрәк. Ойоштороусыларҙың сығышында ошоноң кеүек күп файҙалы кәңәштәр һәм тәҡдимдәр яңғыраны.

“Бөгөн бик мөһим тема күтәрелде. Бөтә илдәрҙә лә, шул иҫәптән Рәсәйҙә, Башҡортостанда йылдан-йыл инвалид балаларҙың тыуыуы күбәйә бара. Был проблема менән ниҙер эшләргә кәрәк. Күберәк осрашыуҙар, аралашыу ойошторасаҡбыҙ. Сөнки йыш осраҡта ата-әсәләр үҙ балалары менән бер бүлмәлә бикләнешеп ултыралар ҙа үҙ бәләләре менән яңғыҙҙары тороп ҡалалар”.

Эльвира Айытҡолова, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе

"Әсә йөрәге" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлшат Ибраһимова ошо сараны ойоштороусыларҙың береһе.Тормош ҡуйған һынауҙарҙы бергәләп еңеп сығасаҡбыҙ, тип ышана ул.

“Был осрашыуҙарҙың һуңғыһы түгел, киләсәктә дауамы булыр. Ата-әсәләр төрлө һорауҙар биреп ҡайҙа, нимә эшләргә кәрәклеген белһәләр, киләсәктә ғаиләләрен дә һаҡлап ҡалырҙар, балалар үҫтерерҙәр, тип уйлайым”.

Гөлшат Ибраһимова, "Әсә йөрәге" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе
Башбат

Бөгөнгө осрашыуҙа ата-әсәләр табиптар, генетиктар, депутаттар менән ғаиләлә тыуған көнүҙәк һорауҙарҙы уртаға һалып һөйләште. Киләсәктә бындай түңәрәк өҫтәлдәрҙе район һәм ауылдарҙа ла ойоштороу күҙаллана.

Автор: Рәзилә Салауатова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ