Бөгөн Халыҡ-ара оҙатыусы эттәр көнө

Ошо уңайҙан Өфөнөң Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында изгелек дәресе үтте. Сара күреү мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ойошторолдо.

Фото №1 - Бөгөн Халыҡ-ара оҙатыусы эттәр көнө

Әйткәндәй, был көн донъяның алты тиҫтәләп илендә билдәләнә.

“Бындай оҫталыҡ дәресе республикала тәүгегә үткәрелә. Күҙҙәре күрмәгән балалар өсөн был дәрес бик файҙалы, сөнки бында улар эттәр менән таныша, улар ярҙамында йөрөргә өйрәнә, төрлө һорауҙарға яуап ала. Балаларға барыһы ла оҡшаны, яратып ҡаршы алдылар”.

Гөлшат Солтанморатова, республиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы бүлеге мөдире

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ