"Бүреләр" төркөмө "Мин татарса һөйләшәм" акцияһында ҡатнашты

Рок-төркөм күрше республика йәштәре иғтибарына биш ижади әҫәрен тәҡдим итте. Йыл һайын Ғабдулла Туҡайҙың тыуған көнөндә уҙғарылған фестивалдә Башҡортостан артистары тәүгә сығыш яһаны.

Тәүге сығыш булыуға ҡарамаҫтан, "Бүреләр"ҙең "Әҡлимә", "Буталған донъя", "Көрәш йәшәү хаҡына", "Яралы яҙмыш" йырҙары тамашасыларға хуш килде.

Төркөм етәксеһе Илшат Абдуллин әйтеүенсә, фестивалдә ҡатнашыу улар өсөн ижади яҡтан үҫеш булһа, икенсенән, туғандаш халыҡтың мәҙәниәте менән яҡындан танышыу, музыканттар, төрлө ижади коллективтар, татар йәштәре менән аралашыу мөмкинлеге лә. Республикала билдәле "Бүреләр" төркөмө үҙҙәренең сығыштарын Татарстан халҡына йәйге фестивалдәрҙә лә тәҡдим итмәксе. Мәҙәни саралар халыҡтар дуҫлығын нығытыуҙа ла ҙур роль уйнай.

”Фестиваль тураһында ишеткәнем бар. Ойоштороусылар ныҡ оҡшаны. Татар халҡы беҙҙең ҡәрҙәштәр, шуға ла беҙ бөгөн шатланып үҙ телебеҙҙә сығыш яһаныҡ”.

Илшат Абдуллин, "Бүреләр" төркөмө солисы

Автор: Фәниә Юланова.