"Кушнаренко таңдары" тип аталған фольклор фестивале быйыл да йыр-моң һөйөүселәрҙе берләштерҙе. Тамашасылар быуындан-быуынға күсә килә халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрҙе, милли йолаларҙы ҡараны.
Фестивалдә башҡорт, татар, рус, удмурт халҡының көнкүрешен сағылдырған сәхнәләштереүҙәрҙә ололар менән бер рәттән мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашты.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, мәҙәни сараның төп маҡсаты - онотолоп барған йолаларҙы тергеҙеү, киләсәк быуынға еткереү.




