Башҡортостанда минималь эш хаҡы 12 мең 838 һумдан да кәм булмаясаҡ

Был яңылыҡ республикала йәшәүсе 33 мең кешегә ҡағыла. Минималь хеҙмәт хаҡын һәм йәшәү минимумын тигеҙләү мәсьәләләре Рөстәм Хәмитовтың профсоюздар менән осрашыуында ла күтәрелде.

Фото №1 - Башҡортостанда минималь эш хаҡы 12 мең 838 һумдан да кәм булмаясаҡ

Унда билдәләнеүенсә, дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа эшләүселәрҙең эш хаҡы 4 процентҡа күтәрелә. Ошо маҡсатта федераль ҡаҙнанан 8 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Өҫтәмә финанстар аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә пособиеларға һәм ташламаларға йүнәлтелә.

Республика Башлығы хеҙмәт хаҡын тотҡарлау проблемаһын да күтәрҙе. Иң ҙур бурыстарҙың береһе Өфө фанера комбинатында йыйылған. Меңгә яҡын кеше ярты йыл тиерлек эш хаҡы ала алмай аҙапланды. Енәйәт эше ҡуҙғатылғандан һуң предприятие етәксеһе ҡулға алынды. Рөстәм Хәмитов профсоюздарға бындай хәлдәргә юл ҡуймаҫҡа һәм ябай эшсе мәнфәғәттәренән сығып эш итергә саҡырҙы.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ