Башҡортостанда быйылдан ғәмәлгә ингән беренсе, өсөнсө һәм унан күберәк бала өсөн социаль түләү менән 700 ғаилә файҙаланған. Быйыл Владимир Путин ҡарарына ярашлы, илдә беренсе балаға һәм беҙҙең төбәктә өсөнсө һәм унан күберәк балаға социаль пособие түләнә. Ғаиләләр аҡсалата ярҙамдың файҙаһын күреп өлгөргән дә инде. Игеҙәк балалары тыуған ғаиләләр финанс ярҙамды ике күләмдә ала.
Cамир менән Әмир быйыл ғинуарҙа тыуған. Ул менән ҡыҙ тәрбиәләгән ғаиләлә улар өсөнсө һәм дүртенсе балалар. Игеҙәктәр тыуғас ҡыуаныслы мәшәҡәттәр икеләтә артҡан. Сығымдар ҙа ике тапҡырға күберәк. Бәпестәр етлекмәй донъяға килгән һәм бер ай буйы инкубаторҙа ятҡас йәш әсәнең һөтө юғалып сабыйҙарҙы ҡатнашма менән туҡландырырға тура килә. Махсус ҡатнашмалар, дарыуҙар һәм башҡаһы өсөн ярайһы ғына күп аҡса талап ителә. Ярай әле күп балалы ғаилә быйыл дәүләттән түләнә торған социаль түләүҙәр ала башлаған. Ғәлләмовтарға ай һайын 20 мең һумдан ашыу аҡса тура килә.
Башҡортостанда быйыл өсөнсө һәм унан һуң тыуған балаға социаль пособие түләнә башланы. Түләү төбәктә йәшәүсе бәпес таба алырлыҡ һәр ҡатынға тура килгән тыуым күләменән сығып билдәләнә һәм федераль программаға беҙҙең республика ла инде. Башҡортостанда пособие күләме 8993 мең һум. 2018 йылдың 1 ғинуарынан ил президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, беренсе балаға йә уллыҡҡа алынған сабыйға ла төбәктә йәшәүсе ғаиләләргә 8992 һум аҡса түләнә. Түләүҙәрҙе алыу өсөн төп шарт - ғаиләлә тыуған баланы ла иҫәпкә алып һәр йән башына килем күләме 14247 һумдан артмаҫҡа тейеш.
Был саралар тыуымды арттырыуға йүнәлтелә. Сөнки һуңғы йылдарҙа тотош илдә демография күрһәткесе яҡшы түгел.
Башҡортостанда йыл башынан социаль пособиеларҙы юллап 900-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Социаль түләүҙе ғаилә балаға йәш ярым тулғансы ала. Финанс ярҙам өсөн ғариза, паспорт, бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ йәки уллыҡҡа алыу тураһында белешмә, һуңғы 12 айҙағы килем күләме кәрәк.




