Ағиҙелдә баржалар

Йылға флотында эшләүселәр бер юлы ике байрам: Башҡортостан йылғаларында навигация башланыуын һәм "Волгатанкер" ойошмаһының 70 йыллығын билдәләне. Тармаҡтың киләсәге һәм ирешелгән уңыштары хаҡында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Фото №1 - Ағиҙелдә баржалар

"Капитан Сергеев" теплоход капитаны Николай Бурков ҡырҡ йылдан ашыу Волготанкер" ойошмаһында эшләй. Өфө йылға училищеһының өсөнсө курсында ул бында практика үтә һәм ғүмере буйы үҙ һөнәре буйынса эшләй. Ысын мәғәнәһендә йылға флотына тоғро уҙман тиергә була. Николай Бурковтың ҡул аҫтында 13 хеҙмәткәр эшләй. Ағиҙел йылғаһы аша нефть продукцияһын тейәгән баржаларҙы ташыусы теплоходтарына биш йыл һайын ремонт үткәрелеп тора. Совет дәүерендәге техника бөгөн дә һынатмай.

“Теплоход ҡеүәте -2000 ат көсө тәшкил итә. Ул 9 мең тонна нефть тейәгән ике баржаны һөйрәй ала. Судно 1979 йылда Венгрияла эшләп сығарылған. Күреп тораһығыҙ, беҙҙең карап яҡшы һаҡланған”.

Николай Бурков, "Капитан Сергеев" теплоходы капитаны

"Башволгатанкер" компанияһының етмеш йыллыҡ юбилейы айҡанлы ирешелгән уңыштар барланды, республика һәм ил сәнәғәте үҫешендә роле баһаланды, быуындар күсәгилешлеген һаҡлаусы һәм тармаҡ үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәткәрҙәргә маҡтау ҡағыҙҙары һәм махсус билдәләр тапшырылды. Улар араһында Дүртөйлө ауылынан Ринат Әмирйәнов та бар. Ул тармаҡта ҡырҡ йылдан ашыу намыҫлы хеҙмәт итә.

Йылға флотын үҫтереүгә баҙар ҙа үҙ шарттарын ҡуя. Ауыр йөк ташыусы баржалар йөрөүен тәьмин итеү өсөн Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғаларында тәрәнәйтеү эштәре үткәреләсәк. Нефть продукцияһынан тыш, урман ташыу ҙа һыу артериялары аша башҡарыласаҡ. Һуңғы ике йылда был эш киң ҡолас алып, йылына 100 кубометр ағасты баржаларҙа ташыу башҡарыласаҡ .

"Башволгатанкер"ойошмаһының нефть продукцияһы йөктәрен ташыуҙа 2017 йылда күрһәткестәре яҡшы булды. Республиканан миллион тонна йөк ташылды. Быйыл да ошо үҫеш һаҡланыр тип ышанабыҙ. Әммә тармаҡта пассажирҙар ташыу өлкәһендә айырым ҡатмарлыҡтар бар”.

Тимур Мөхәмәтйәнов, Башҡортостандың транспорт, юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе

Ысынлап йылға флотында тормошҡа ашыраһы проекттар көнүҙәк.Техник регламаентҡа ярашлы, судноларҙы ике бортлы һәм төплө итеп үҙгәртеп ҡорола, бер корпуслы баржаларҙы икәүлегә берләштерелә. Әлегә биш баржаны модернизациялау күҙаллана. Быйыл Роснефть компанияһы 2 миллион тонна нефть продукцияһын ташырға ниәтләй. Уларҙы йөҙҙән ашыу суднолар ташыясаҡ.

Башҡортостан йылғаларында навигация башланды. Беҙҙең йылғаларҙа тәүге теплоходтар бынан 160 йыл элек йөрөй башлай. Быылғы навигацияның үҙенсәлеге "Волгатанкер" предприетиеһы үҙенең 70 йыллығын билдәләй һәм беҙҙең йылғаларҙа ауыр йөк ташыусы суднолар ҙа йөрөй башлаясаҡ.

Башбат

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ