"Башҡортостан" телерадиокомпанияһы тарафынан уҙғарылған уйын күренекле диктор, радио һәм телевидение алып барыусыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арналды. Журналистар өсөн үткәрелгән турнирҙарҙа Әхәт Мотаһар улы "Юлдаш" радиоһы командаһын гел беренселеккә әйҙәп, эшкә генә түгел, спортҡа ла етди ҡарауын күрһәтә ине.
Еңеү артынан еңеүҙәр яулана. Республиканың алтын тауышы инде ай ярым ваҡыт ишетелмәй, әммә халыҡ күңелендә ул мәңгелеккә уйылып ҡалды.
Республиканың бәрхәт тауышы волейбол уйынына мөкиббән була. Бар энергияһын, көсөн команданы берләштереп, еңеүгә әйҙәй. Был кадрҙар былтыр июндә Октябрьский ҡалаһы янында ойошторолған "Журфест"тан. Әхәт Мотаһар улы спорт майҙанында үҙен һәр ваҡыт иркен тота, журналистар ҡорған уйындарҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырыша, уңышҡа ынтыла...
Салауат атаһын юғалтыуҙы ауыр кисерә. Йөрәк яраһы уңалырлыҡ түгел... Әхәт Мортазин балаларын ғына түгел, коллегаларын да һәр ваҡыт көслө рухлы булырға әйҙәгән. Улы Салауат та бөгөн "Юлдаш" радиоһы командаһы өсөн уйнап, спорт майҙанында ғәзиз кешеһен алмаштырҙы. Лайыҡлы алмаш, лайыҡлы уйын, онотолмаҫ тәьҫораттар. Республиканың алыштырғыһыҙ дикторы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған турнир "Башҡортостан" телерадиокомпанияһының биш командаһын берләштерҙе
Турнирға "Юлдаш" радиоһынан ике команда тупланғайны. Ҡыҙҙар тәүге тапҡыр берҙәм төркөм булдырып, спорт майҙанына сыҡты. Был коллегалары Әхәт Мортазиндың күптәнге хыялы булған.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусыһы Наил Юнысов та бөгөн радиола эшләгән коллегаларын ҡеүәтләп сығыш яһаны. Журналистар араһында ойошторолған турнирҙарҙа телерадиокомпанияның йыйылма командаһы өсөн ул Әхәт Мортазин менән ете йыллап ваҡыт бергә уйнай. Команда көслө уйынсыһыҙ тороп ҡала...
Турнирҙа "Яңылыҡтар" хеҙмәте командаһы ла уңышлы сығыш яһаны. Коллегаларыбыҙ биш команда араһында икенсе урынға сыҡты. Сәләмәт тормош алып барыу, эштән һуң берҙәм коллектив менән күнекмәләр яһау бушҡа үтмәй. Мәрәйҙәр һаны буйынса күрһәткестәр яҡшы.
Турнир барышын Әхәт Мотаһар улының яҡындары ла күҙәтте. Ҡатыны Тәнзилә Абдулла ҡыҙы ҡатнашыусылар алдында сығыш яһағанда тулҡынланыуын йәшермәне. Журналистар араһында ойошторолған был волейбол ярышы йыл да уҙғарылып, изге йолаға әйләнер тигән теләген еткерҙе ул. Әйткәндәй, турнир һөҙөмтәләре буйынса тәүге урынға телерадиокомпанияның техник хеҙмәткәрҙәре командаһы сыҡты.




