Унда тормошта йәштәрҙе һағалаған проблемаларҙы сағылдырыу күҙаллана. Әле кастинг үтте. Проектта ҡатнашасаҡ парҙар һайлап алынды.
Был мәлде улар ярты ай буйына көттө. Ниһәйәт ярымфинал. Күп һанлы мөрәжәғәттәр араһынан 5 пар һайлап алынды. Ойоштороусыларҙа улар ебәргән видео яҙмалар башҡаларынан нығыраҡ оҡшаны. Алып барыусылар менән әңгәмә алдынан йәштәр тулҡынлана. Тотош республикаға гөрләтеп туй үткәреү һәм Хазина тур компанияһынан сәйәхәт отоу форсаты барыһына ла бирелмәй бит. Рүзил кастинг өсөн Екатеринбургтан килеп еткән, уның кәләше Снежана Өфөлә йәшәй. Ғаилә ҡорорға һүҙ ҡуйышҡан йәштәр бәхеттәрен телепроектта һынап ҡарараға булған.
Туй-һәр йәш кешенең тормошондағы иң мөһим һәм тулҡынландырғыс ваҡиға. шуға ла ойоштороусылар яңы өйләнеүселәргә иң шәп тантана ойошторорпға ярҙам итәсәк. "Туй мәшәҡәттәре" реалити-шоуында ҡала һәм республика туй индустрияһының иң яҡшы вәкилдәре ҡатнаша.
Төп приз -туй сәйәхәтенән тыш йәштәр проект партнерҙарынан башҡа күп төрлө бүләктәр аласаҡ. Шоуҙа ҡайһы пар ҡатнашыу хоҡуғын алыр. Был турала Башҡортостан юлдаш каналында тиҙҙән эфирға сығасаҡ программаның тәүге сығарылышында хәбәр итербеҙ.





