Өфөлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре өсөн ятаҡ асылды

Башҡалала торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары эшселәре өсөн ятаҡ асылды. 526 кв.метр майҙандағы торлаҡ Бикбай урамындағы егерме ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан.

Фото №1 - Өфөлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре өсөн ятаҡ асылды

Яҡын арала ятаҡханала алты ғаилә, 12 оло кеше һәм 13 бала йәшәйәсәк. Шулай уҡ, ғаиләһе булмаған хужалыҡ эшсәндәре өсөн дә бүлмәләр ҡаралған. Ятаҡханала барлығы 14 бүлмә һәм 49 урын бүленгән.

Әлеге ваҡытҡа ятаҡта 14 урын буш. Һуңғы йылдарҙа торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре Өфөнән йөҙҙән ашыу фатир алыуға өлгәште. Ятаҡханалар Киров, Ленин һәм Калинин райондарында асылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ