Өфөлә юлдар төҙөкләндерелә

Төҙөкләндереү эштәре «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты сиктәрендә башҡарыла. Ошо көндәрҙә Кировоград урамында юлдың өҫкө ҡатламын төҙөкләндереүгә әҙерләй башланылар, шулай уҡ иҫке бордюр таштарын алына.

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был участкала 738 метр бордюр таштарын ҡуясаҡтар. Шулай уҡ, 32 люк алмаштырыласаҡ. Билдәләп үтергә кәрәк, программа сиктәрендә Совет районының ете урамында төҙөкләндереү эштәре башҡарылды. Ағымдағы йылда туғыҙ урамдың юлдары ремонтланасаҡ.

Урында йәшәүселәр юлдарҙың төҙөкләндереүе хаҡында мәғлүмәтте интерактив карта аша белә ала. Был халыҡтың үҙ маршрутын алдан хәстәрләргә мөмкинлек бирә.