Өфөлә «Өфө йүкәләре» һаулыҡ һуҡмағында ял итеү өсөн урындары барлыҡҡа киләсәк

«Изге эштәр» акцияһы сиктәрендә ял итеү урындары төҙөләсәк. Был изге эште урында йәшәүселәр, спорт һәм мәҙәниәт йондоҙҙары башҡарасаҡ. Сара бөгөн сәғәт икелә башлана.

Төҙөкләндереү эшендә һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Шулай уҡ, экологик өмә үтәсәк. Һаулыҡ һуҡмағы Өфө медицина колледжы артында, Зорге урамында урынлашҡан.

Һаулыҡ һуҡмағының оҙонлоғо яҡынса ике саҡрым. Һуҡмаҡ буйлап футбол майҙансығы, турник комплексы, урам тренажерҙары урынлашҡан. Шулай уҡ, хайуандарҙы йөрөтөү өсөн майҙансыҡ та бар.